Рабочая программа по башкирскому языку для 10-11 классов

Муниципальное общеобразовательное бюджетное учреждение
средняя общеобразовательнаяшкола с.Ишемгул
муниципального района Зианчуринский район Республики Башкортостан

«Рассмотрено и принято на заседании
ШМО учителей гуманитарного цикла»
Протокол № 1 от 25.08.2023г
Руководитель ШМО_________/Файзуллина З.Р./

«Согласовано»
заместитель директора по УВР
МОБУ СОШ с.Ишемгул
_________/Аминев Ф.Ф./
«28» августа 2023г

«Утверждаю»
директор МОБУ СОШ с.Ишемгул
М Р Зианчуринский район РБ
_________/Тулибаев А.М./
Приказ № 86 от «28» августа 2023г

02-20
Рабочая программа
учителя высшей квалификационной категории
Масягутовой Гульгены Раисовны
по Государственному языку (башкирский)
Республик Российской Федерации
для 10 – 11 класса
на 2023 - 2024 учебный год

Башҡортостан Республикаһының
дәүләт теле булараҡ башҡорт теленән
эш программаһы
Уҡытыу кимәле: урта дөйөм белем биреү
Үтәлеү ваҡыты – 2 йыл
Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теленән программа» (Уҡытыу рус
телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-IX кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре Толомбаев Х. А., Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З.
М., Усманова М. Г.- Өфө: «Китап», 2017.

1. Аңлатма яҙыу.
Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә 10-11 кластар өсөн башҡорт (дәүләт) теленән эш программаһы.
Эш программаһы:
Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теленән программа» (Уҡытыу рус
телендә алып барылған мәктәптәрҙең 10-11 кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С., Ф.М.
Ғиниәтуллина, Н.Н. Кинйәбаева.-: «Китап», 2017.
Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла .
Эш программаһы түбәндәге норматив –хоҡуҡ документтарына нигеҙләнеп төҙөлдө:

1. Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм Фән министрлығының №1089 бойороғо менән 5.03.2004 10.11.2011 йыл раҫланған Дәүләт белем биреү
стандарттарының Федераль компоненты, Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм Фән министрлығының 10.11.2011 йыл №2643 31.01.2012 йыл №
69 бойороғо менән үҙгәртелгән.
2. Рәсәй Федерацияһының “Рәсәй Федерацияһында Мәғариф тураһында” Федераль законы 29.12.2012 №273-ФЗ.
3. Башҡортостан Республикаһының ”Башҡортостан Республикаһының Мәғариф тураһында” законы 01.07.2013 №696-3
4. ”Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында” законы 25 октябрь 1991 №1807-1 (24.07.98, 11.12.2002 йыл үҙгәртелгән)
5. ”Башҡортостан халыҡтары телдәре тураһында” законы 15.02.1999 йыл №216-3
6. Башҡортостан Республикаһында Милли мәғарифты үҫтереү концепцияһы 31.12.2009 йыл №УП-730
Дәреслек:
1. Толомбаев Х. А., Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З. М., Усманова М. Г. Башҡорт теле 10-11се класс - Өфө: «Китап», 2017;
Өҫтәлмә әҙәбиәт:
1. Аслаев Т.Х., Атнағолова С.В. Башланғыс мәктәптә телмәр мәҙәниәтен үҫтереү дәрестәре.- Өфө:Китап,2009.
2. Аслаев Т. Х., Атнағолова С.В. Телмәр үҫтереү буйынса сюжетлы картиналар.-Өфө:Китап, 1996.
4. Башҡорт телен уҡытыу методикаһы. Дәүләтшина М.С. // Өфө, Китап, 2010.
5. Башҡорт телен уҡытыуҙа актив формалар һәм алымдар. Толомбаев Х.А., Асанбаева Р.Р., Өфө, БМҮИ, 2006
6. Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән традицион булмаған дәрестәр. // Баһауетдинова М.И, Йәғәфәрова Ғ.Н., Өфө, Информреклама, 2003.
1. Беҙ башҡортса уҡыйбыҙ.(1-2) .// Толомбаев Х.А. Дәүләтшина М.С. Өфө, Китап, 2002.
2. Башҡорт алфавиты һүрәттәрҙә.
3. Башҡорт әҙәбиәте буйынса аудио-видеоәсбап.-Өфө: Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы, 2005.
4. Габитова З.М. методические рекомендации и организация работы по обучению башкирскому языку в русской школе.- Уфа: Китап, 2006.
5. Ғәбитова З.М., Баһауетдинова М.И. Рус телле мәктәптәрҙә башҡорт теле уҡытыу. Методик күрһәтмә. – Өфө: Китап, 2008
6. Ғәбитова З.М. Телмәр үҫтереү дәрестәре. Башҡорт телен дәүләт теле итеп өйрәнеүселәр өсөн.- Өфө: Китап, 2009.
7. Усманова М. Г. Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа һәм схемаларҙа.
8. Ураҡсин З.Ғ., Сиразетдинов З.Ә., Суфьянова Н.Ф. Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге:Башланғыс класс уҡыусылары өсөн.– Өфө, 2005.
9. Йәш уҡытыусыға ярҙамға // Абуталипова Р.Ә. Өфө, Китап, 2003.
10. Нафиҡова З.Ғ., Аҙнабаева Ф.Г. Тылсымлы өндәр. Методик ҡулланма . - Өфө:Китап, 2010.
11. Урыҫ мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыуҙы ойоштороу буйынса методик кәңәштәр // Ғәбитова З.М., Толомбаев Х.А. Өфө, Китап,
2006.

12. Башҡорт теле таблицаларҙа, схемаларҙа hәм ҡағиҙәләрҙә. Әүбәкирова З.Ф.– Өфө, 2006.
13. Әүбәкирова З.Ф., Әүбәкирова Х.E., Дилмөхәмәтов М.И. Мин башҡортса уҡыйым – Өфө: Китап, 2007.
14. Тел төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.
15. «Аҡбуҙат» журналы.
16. Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр. Методик ҡулланма. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.
17. Күңелле минуттар. М.И. Баһаутдинова. Өфө: Китап, 2003
Башҡорт телен уҡытыу маҡсаттары:
башҡот теленә ҡарата һөйөү, мәҙәниәт күренеше булараҡ, уға ҡарата аңлы ҡараш тәрбиләү, башҡорт теленең төп аралашыу, кеше
эшмәкәрлегенең төрлө сфераһынан белем алыу ҡоралы булыуын, йәмғиәттә ҡабул ителгән әхләҡ- этик нормаларҙы үҙләштереү сараһы
булыуын аңлау, башҡорт теленең эстетик ҡиммәттәрен үҙләштереү.
көндәлек тормошта һәм уҡыу эшмәкәрлегендә башҡорт теленең аралашыу сараһы булараҡ үҙләштереү; үҙ- ара аңлашыу һәм үҙ- ара фекер
алышыуға һәләтлелекте үҫтереү; үҙ телмәреңде камиллаштырыу; мөһим төп уҡыу белемен һәм универсаль уҡыу хәрәкәттәре
(эшмәкәрлектең маҡсаттарын аныҡ әйтә белеү, уны планлаштырыу, библиографик эҙләнеү үткәреү, төрлө типтағы лингвистик һүҙлектәрҙән
һәм сығанаҡтарҙан киң мәғлүмәт саралары һәм Интернеттан тейешле мәғлүмәтте алыу һәм эшкәртеү һ. б.)
тел системаһы төҙөлөшөн һәм уның хәрәкәттә булыу законлығын үҙләштереү, стилистик ресурстарҙы һәм төп әҙәби тел нормаларын
күҙәтергә өйрәнеү; анализлау, сағыштырыу, классификациялау һәм тел факттарын баһалау һәләттәрен үҫтереү; яҙма һәм һөйләү телмәрен,
телмәр эшмәкәрлеге төрҙәрен, аралашыуҙың төрлө ситуацияларында телде ҡулланыу ҡағиҙәләрен, телмәр этикет нормаларын, актив һәм
потенциаль һүҙлек запасын байытыу; телмәрҙә грамматик сараларҙы ҡулланыу күләмен киңәйтеү; белемде, күнекмәне аралашыу
процесында уҡыу эшмәкәрлегендә һәм көндәлек тормошта ҡулланыу һәләтлеген камиллаштырыу.
Уҡыу предметына дөйөм характеристика
Башҡорт теле курсында предмет ярҙамында түбәндәге үҫеш юлдары тормошҡа ашырыла:
предмет кимәлендә белемгә эйә булыу;
уҡыу техникаһын үҫтереү, текстарҙы анализлау юлдарына эйә булыу;
яҙма һәм һөйләү телмәренә эйә булыу;
тел һәм әҙәбиәт тураһында белем алыу һәм системалаштырыу;
орфография һәм пунктуацияны,морфологик категориялары һәм синтаксик төҙөлөшөн
өйрәнеү;

Уҡыу - уҡытыу программаһында планлаштырылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүен баһалау:
1. Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.
Уларға түбәндәгеләр инә:
 башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;
 тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);
 дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;
 һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар;
 тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар һ.б. төҙөү.
2. Башҡорт теленең ағымдағы, триместр йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң
йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү
маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем
кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.
3. Контроль эштәрҙе триместрҙың беренсе көнөндә, шәмбелә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй. Программа материалының
үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт
теленән 10-11-се кластарҙа түбәндәге күләмдә контроль эштәр, яҙма эштәр үткәреү ҡарала:
Яҙма эштәрҙең төрҙәре
Диктант
Инша

10 - сы 11- се кл
кл
3
3
2
2

Яҙма эш төрҙәре уҡыусыларҙың уҡыу кимәленә, белеменә, мөмкинселегенә ҡарап уҡытыусы ҡарамағына ҡалдырыла һәм улар урынына шул
уҡ күләмдә түбәндәге яҙма эштәр үткәрергә мөмкин:
-карточкалар менән эш;
-тест;
-һүрәт буйынса һөйләмдәр төҙөү;
-текстағы һөйләмдәрҙә һүҙҙәр тәртибе;
-терәк текстар менән инша яҙырға өйрәнеү:
-һүҙлек диктанты;
-һөйләмдәр төҙөү;
-һүҙлек менән эш;
-һүрәтләү иншаһы.
Уҡыу предметының уҡыу планында урыны

Уҡыу планында башҡорт теле (дәүләт теле булараҡ)уҡытыуға
- 10-сы класта – 34 сәғәт (аҙнаһына 1 сәғәт);
- 11-се класта – 33 сәғәт (аҙнаһына 1 сәғәт);
1. Уҡыу предметын үҙләштереүҙең шәхсән, метапредмет, предмет өйрәнеүҙең һөҙөмтәләре.
Шәхсән һөҙөмтәләр:
башҡорт телен башҡорт халҡының төп милли-мәҙәни ҡиммәте булараҡ аңлау, интеллектуаль, ижади һәләтлектәрен һәм шәхестең моральэтик сифаттарын үҫтереүҙә телдең ролен, уның мәктәптә белем алыу процесындағы әһәмиәтен билдәләү;
башҡорт теленең эстетик ҡиммәтен аңлау; телгә ҡаратаихтирам , уның менән ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү;милли мәҙәни сағылыш
булараҡ, башҡорт теленең таҙалығын һаҡлау тураһында хәстәрлек күреү; телмәр үҙ камиллаштырыуға ынтылыу;
3) аралашыу процесында кәрәкле һүҙлек запасына эйә булыу һэм фекереңде иркен еткереү өсөн тейешле грамматик сараларҙы үҙләштереү;
үҙ телмәреңде күҙәтеү һәм уны баһалау күнекмәһен булдырыу.
Башҡорт (дәүләт) теле программаһын үҙләштереүҙең, метапредмет һөҙөмтәләре булып:
1) телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәрен үҙләштереү:
аудированиеһәм уҡыу:
телдән hәм яҙма хәбәр иткән мәғлүмәтте (коммуникатив йүнәлеш, текст темаһы, төп фекер; төп һәм өҫтәмә мәғлүмәт) адекват -ҡабул итеү;
төрлөсә уҡыу күнекмәләрен булдырыу (эҙләнеү, ҡарап сығыу, танышыу, өйрәнеү), төрлө стилдәге, жанрҙағы текстарҙы үҙләштереү;
төрлө стилдәге һәм жанрҙағы тексты ишетеп, адекват ҡабул итеү; төрлө төрҙәге аудирование менән эш итеү (һайлап алыу, танышыу);
төрлө сығанаҡтарҙан мәғлүмәтге һайлап алыу һәләтлеге (матбуғат саралары, уҡыу өсөн тәғәйенләнгән компакт-дискылар, Интернет
ресурстары); төрлө типтағы һүҙлектәр менән иркен -ҡулланыу, белешмә өсөн әҙәбиәт, шулай ук электрон ҡулланмаларҙан һайлап алыу
күнекмәләрен булдырыу;
һайлап алыу алымдары менән эш итә белеү һәм тәғәйен темаға материалды системаға килтереү; уҡыу йә аудирование һөҙөмтәһендә алынған
мәғлүмәтте үҙ аллы эҙләй алыу күнекмәләренә эйә булыу; мәғлүмәтте ҡайтанан эшләй алыу, еткерә белеү;
стилистик үҙенсәлектәрҙе иҫәпкә алып, йөкмәткенән һәм ҡулланылған тел сараларынан сығып, фекерҙе сағыштыра алыу;
һөйләүhәм яҙыу:
алдағы уҡыу эшмәкәрлегенең, (индивидуаль һәм коллектив) маҡсатын билдәләү һәләтлелеге, хәрәкәттең эҙмә-эҙлелеге, өлгәшелгән
һөҙөмтәләрҙе баһалау һәм уларҙы телдән һәм яҙма формала адекват аныҡ итеп әйтеү;
тыңланған йә уҡылған тексты тәҡдим ителгән кимәлдә (план. һөйләү, конспект, аннотация) һөйләй алыу;
төрлө стилдә һәм жанрҙа, адресланыуға ҡарап һәм аралашыу ситуацияһына ҡарап телдән һәм яҙма текст төҙөй алыу;
телдән һәм яҙма формала үҙ фекереңде иркен еткерә белеү, тексты логик яҡтан эҙмә-эҙлекле төҙөү талаптарын һаҡлау;

төрлө төрҙәге монологты (хәбәрләү, һүрәтләү, фекер йөрөтөү; төрлө төрҙәге монологтарҙың, берләшеүе) һәм диалог (этикеты һүҙ эсенә
алған, диалог-һорашыу, диалог-аралашыуға өндәү, диалог-фекер алышыу һ.б; төрлө төрҙәге диалогтың, берләшеүен) үҙләштереү;
ғәмәлдә төрлө телмәрҙәге аралшыуҙың орфоэпик, лексик, грамматик, хәҙерге башҡорт әҙәби теленең стилистик нормаларын һәм яҙма телдә
төп орфографик һәм пунктуацион ҡағиҙәләрҙе һаҡлау;
телмәр этикет нормаларын һаҡлап, аралаша алыу, телмәр аралашыу процесында ым-ишара, мимиканы урынлы -ҡулланыу;
уҡыу процесында һәм көндәлек аралашыуҙа үҙ телмәреңде контролдә тота алыу; йөкмәткенән, һүҙҙәрҙе урынлы ҡулланыуҙан сығып, үҙ
телмәреңде баһалай белеү: грамматик һәм телмәр хаталарын таба һәм уларҙы төҙәтә алыу; уҙ тексыңды камиллаштыра белеү;
үҙ тиңдәштәрең аудиторияһындаҙур булмаған доклад, реферат менән сығыш яhay; бәхәстә, төрлө аргументтар ҡулланып, көнүҙәк
проблемалар буйынса сығыштарҙа ҡатнашыу;
алынған белем һәм күнекмәләрҙе көндәлек тормошта ҡуллана белеү; туған телде башҡа фәндәргә белем алыу сығанағы булараҡ файҙаланыу;
тел күренештәрен анализлау буйынса алған белем һәм күнекмәләрҙе предмет-ара (сит тел, әҙәбиәт һ.б. дәрестәрҙә) ҡулланыу;
аралашыу процесында тирә-яҡтағы кешеләр менән коммуникатив маҡсатлы бәйләнештә, ниндәйҙер эш төрөн бергә эшләү, бәхәстә,
күтәрелгән көнүҙәк темаларҙа фекер алышыуҙа ҡатнашыу; шәхестәр менән мәҙәни аралашыу барышындағы төрлө ситуацияларҙа телмәр
этикетының милли- мәҙәни нормаларын үҙләштереү.
Предмет һөҙөмтәләре:
телдең төп функциялары тураһында, башҡорт теленән башҡорт халҡының милли теле, Башкортостан Республикаһының дәүләт теле булыуы
тураһында, тел менән халыҡ мәҙәниәттең бәйләнештәре тураһында, кеше һәм йәмғиәт тормошондағы роле тураһында ҡараш булдырыу;
гуманитар фәндәр системаһында телдең урынын һәм мәғарифта тулыһынса уның ролен аңлау;
тел һәм телмәр, телмәр аралашыуы, һөйләү һәм яҙма телмәр, монолог, диалог һәм уларҙың төрҙәре; аралашыу ситуациялары, фәнни,
публицистик, рәсми-эшлекле стилдәр, матур әҙәбиәт теле; фукциональ- мәғәнәүи телмәр төрҙәре (хикәйәләү, һүрәтләү, фекер йөрөтөү);
текст, текст төрҙәре; телдең төп берәмектәре, уларҙың билдәләре һәм телмәрҙә ҡулланыу үҙенсәлектәрен үҙләштереү;
башҡорт теленең лексиксикаһы һәм фразеологияһының төп стилистик ресурстарын, башҡорт әҙәби теленең тел нормаларын, һөйләү этикет
нормаларын үҙләштереү;
телдең төп берәмектәрен, грамматик категорияларын анализлау һәм таныу, тел берәмектәрен аралашыу шарттарына ярашлы ҡулланыу;
һүҙгә төрлө анализ төрҙәрен (фонетик, морфематик, һүҙьяһалыш, лексик, морфологик), төп билдә һәм структура күҙлегенән сығып, күп
аспектлы анализ яһау;
тел- һүртләү саралары һәм уларҙы телмәрендә ҡулланыу
телдең эстетик функцияһын таныу, тексты анализлағанда телмәрҙең эстетик кимәлен баһалау.

Универсаль эш төрҙәренә өйрәтеү: танып белеү, шәхси, ойоштороу һәм коммуникатив эшмәкәрлек. Шәхси эшмәкәрлек баланы уҡымышлы
һәм аңлы шәхес итеп үҫтереү. Эшмәкәрлекте уның тормош һәм кешелеклелек ҡиммәттәрен, әхлаҡи һәм мораль нормаларҙы аңлап
ҡабул итеүеп, әйләнә- тирәләге күренештәргә һәм ваҡиғаларға шәхси ҡарашын формалаштырыуға йүнәлтеү.
Ойоштороу эшмәкәрлеге танып белеү процесы менән идара итеүҙе күҙ уңында тота: эшмәкәрлекте күҙаллау, планлаштырыу, башҡарыу,
тикшереү, үҙгәрештәр индереү һәм баһалауҙы үҙ эсенә ала.
Аралашыу (коммуникатив) эшмәкәрлеге белем алыу процесында аралашырға өйрәнеүҙе ойоштороуға йүнәлтелгән. Ул башҡа кешеләрҙе
тыңлай белеү һәм аңлауҙы, мәғлүмәтте теүәл тапшырыуҙы үҙ эсенә ала.
Предмет кимәле. Уҡыу предметын өйрәнеүҙә яңы белем үҙләштереү, уны эшкәртеү һәм ҡулланыу өлкәһендә тейешле тәжрибә туплау.
ИКТ-кометентлығы. Компьютер технологияларының өҫтөнлөгө - күргәҙмәлелек, мәғлүмәттәрҙең график һүрәтләнеш (текст, төшөрөлгән
графика, слайдтар, реалистик һүрәттәр), стереотауыш (музыка, төрлө тауыштар), анимация (һәрәкәтсән һүрәттәр, видео) берлегендә
бирелеүе.
Компьютер ярҙамында башҡорт теле (дәүләт теле булараҡ)дәрестәрендә бер төркөм дидактик мәсьәләләрҙе хәл итеп була: лексиканы
өйрәнеү (компьютер һүҙлектәрен файҙаланыу); дөрөҫ әйтелеш өҫтөндә эш (башҡорт теле дәреслектәрен, тауыш яҙыу программаларын
файҙаланыу); орфографик күнегеүҙәр (орфографик һүҙлекте һәм компьютерҙың орфографияны тикшереү программаһын файҙаланыу);
грамматик күренештәрҙе үҙләштереү (тестар ярҙамында); эҙләнеү процесында яңы мәғлүмәт алыу, һөйләү телмәрен үҫтереү, һөйләмдәр һәм
текстар төҙөү, редакторлау һ.б.
Проектлау технологияһы - педагогик процесты планлашырыуҙа ҡулланыла торған үҙенсәлекле методик система.
Проектлау технологияһының төрҙөре:
-уйын проекты;
-эҙләнеү поекты;
-ижади проект;
-информацион проект;
-логик-мәғәнәүи модель (ЛМН).
Проект методы уҡыусының ихтыяр көсөн, ижади мөмкинлектәрен үҫтереүгә булышлыҡ итә, уҡыусылар фәнни-тикшеренү эшенә йәлеп
ителә. Проет эше уҡыусының интеллектуаль үҫешен тәьмин итә, уның фекерләү һәләтен үҫтерә, үҙ эшенә баһа бирергә өйрәтә.
Фәнни-тикшеренеү эше.
Фәнни-тикшеренеү эшен заманса уҡыу-уҡытыу технологияһы һәм аң-белем, ғилем алыуҙа уҡыусы менән уҡытыусының ижади
хеҙмәттәшлеге итеп билдәләп, уҡыусыларҙы фәнни эш менән шөғөлләнергә өйрәтеү бурыстарын билдәләйбеҙ:

-балаларҙа һәр нәмәгә иғтибар менән ҡарау, ҡыҙыҡһыныу, эҙләнеү теләген арттырыу; ихтияр көсөн үҫтереү; йәш үҙенсәлектәренә тура
килгәнсә, күңелгә яҡын ниндәйҙер күңелгә яҡын ниндәйҙер бер фән буйынса тәрәнерәк белем алыу мөһимлеген зиһенгә һеңдереү, ижади
эшләү һәләтен үҫтереү;
-уҡыусыларға уйланырлыҡ, фекер йөрөтөрлөк,хыялдарын уятырлыҡ яңы һәм ҡыҙыҡлы мәғлүмәт алырға ярҙам итеү; донъяға ҡараштарын
киңәйтеү;
-ҡыйыулыҡ, аныҡ фекерләү тәрбиәләү; һүҙ байлығын үҫтереү; алға ҡуйған маҡсатҡа өлгәшеү алымдары менән таныштырыу;
-фәнни-тикшеренеү эше менән шөғөлләнергә йәлеп итеү; уның методикаһын үҙләштереү, практик күнекмәләр алыу ваҡытында фәнни
культуралар тәрбиәләү;
-мәктәптә фәнни-тикшеренеү эше менән шөғөлләнеүҙең теоретик һәм практик нигеҙҙәрен булдырыу.
Аңлы уҡырға өйрәтеү һәм текст менән эш.
Аңлы уҡыу - текстың йөкмәткеһен тулыһынса үҙләштереүҙе талап итә. Текст ашыҡмайынса, һәр абзац ентекләп уҡыла, аңлашылмаған
урындар ҡабаттан уҡып сығыла. Уҡыусыларға уҡыу өсөн практик яҡтан әһәмиәтле текстар тәҡдим итеү: рецепттар, эпистоляр текстар
(хаттар, ҡотлау открыткалары, әҙәби әҫәрҙән өҙөктәр, комикстар, әкиәттәр, төрлө белдереүҙәр. Аңлы уҡырға өйрәткәндә түбәндәгеләргә
иғтибар итеү:
-текстың темаһын билдәләү;
-коммуникатив бурысты асыҡлау;
-микротемаларға бүлеү;
-график моделләштереү.
Аңлы уҡырға өйрәтеү - телмәр эшмәкәрлегенең мөһим этаптарының береһе. Уҡытыу маҡсатынан сығып, уҡытыусы дәрескә төрлө эштәрҙе
һайлап ала, уҡыу техникаһын, уҡыу күнемәһен үҫтҫреү өстөндә сичтемалы эш алып барыла.
А. Коммуникатив сферала (башҡорт теле һәм әҙәбиәтен туған тел булараҡ өйрәнеүҙә)
Телмәр эшмәкәрлегенең түбәндәге төрҙәрендә телмәр компетенцияһы:
һөйләү телмәрендә:
- аралашыуҙың типик ситуацияларында этикет диалог алып барыу;
- уҡыусының предмет, картинаны һүрәтләүе; персонажды ҡыҫҡаса ҡылыҡһырлауы һәм әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһен һөйләп биреү;
тыңлап аңлауҙа:
-уҡыусының уҡытыусы һәм класташтарының телмәрен тыңлап аңлауы; аудиояҙмаларҙағы текстарҙың, әҙәби әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһен аңлауы
һәм һөйләүе;
уҡыуҙа:
әҙәби әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһен ҡысҡырып уҡыу, аңлау һәм ҡыҫҡаса һөйләү;

өйрәнелгән тел материалы менән бер рәттән яңы һүҙҙәрҙе лә үҙ эсенә алған текстарҙы эстән уҡыу һәм уларҙың төп йөкмәткеһен аңлау,
текстан кәрәкле информацияны табыу;
яҙма телмәрҙә:
яҙыу техникаһына эйә булыу;
уҡылған әҫәрҙәр буйынса бәләкәй хикәйә төҙөү;
Тел компетенцияһы (тел сараларын үҙләштереү).
башҡорт әҙәбиәтендә тексты дөрөҫ итеп аңлап уҡыу; һүҙҙәргә һәм фразаларға дөрөҫ баҫым ҡуйыу;
төрлө һөйләм төрҙәрен айыра белеү, телмәрҙә ҡулланыу;
фонетика һәм орфоэпия, башҡорт әҙәби теле, һүҙ төркөмдәре, ябай һөйләм һәм ҡатмарлы һөйләм төрҙәре, синтаксис һәм
пунктуация,һүҙбәйләнеш һәм һөйләм төрҙәрен практик рәүештә ҡулланыу. Синтаксик- стилистик күнегеүҙәрҙе башҡарыу..
Социомәҙәни компетенция.
географик атамаларҙы, билдәле яҙыусыларҙың әҫәрҙәренең исемдәрен, персонаждарын белеү, уларға характеристика биреү
Б. Танып белеү сфераһы:
айырым өндәр, хәрефтәр, һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, ябай һәм ҡатмарлы һөйләмдәр кимәлендә башҡорт теле һәм
әҙәбиәтендә күренештәрҙе сағыштыра белеү;
5-9 класс тематикаһы кимәлендә күнегеүҙәр эшләй белеү;
ҡағиҙәләр, таблицалар,һүҙлектәр менән эш итеү;
өйрәнелгән тел материалы менән бер рәттән яңы һүҙҙәрҙе лә үҙ эсенә алған текстарҙы эстән уҡыу һәм уларҙың төп йөкмәткеһен аңлау,
текстан кәрәкле информацияны табыу
үҙ-үҙеңде 10-11-се класс уҡыусыһы кимәлендә баһалай белеү;
В. Дөйөм ҡиммәттәргә йүнәлеш сфераһында:
башҡорт теле һәм әҙәбиәте әҫәрҙәре ярҙамында башҡорт халҡының рухи ҡиммәттәрен үҙләштереү.
Г. Эстетик сферала:
башҡорт телендәге хис-тойғо һәм эмоцияларҙы белдереүсе сараларҙы үҙләштереү;
башҡорт әҙәбиәте әҫәрҙәре менән танышҡандаперсонаждарға, ваҡиғаларға ҡарата үҙ фекереңде әйтә белеү.
Д. Хеҙмәт сфераһында:
уҡыу процесында билдәләнгән планға ярашлы эшләй белеү.

1. Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе.
10 класс
Йөкмәткеһе
Белем көнө.
1 сентябрь - Белем көнө, Ватан, тыныслыҡ, мәктәп, уҡыу һәм уға мөнәсәбәт тураһында текстар уҡыу дауам итә. Уҡыусыларҙың телмәрен
үҫтереү өҫтөндә эш даими дауам итә.
Мәктәп, Тыуған ил, тыуған төйәк хаҡында әңғәмәләр үткәреү.
Грамматика:
9-сы класта үтелгәнде ҡабатлау.
Һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр:
Күңел, һағыныу, тойғо, ғәзиз, күңелле, моң, төркөм, кәңәш, онотолоу, иҫтән сығыу, ғүмер, ҡыңғырау, мәктәп йылдары, заман, имтихан,
хөрмәт, рөхсәт, һуңынан, бәхет, йүләр, кәйеф, дөрөҫ юл һайлау.
Башҡортостан ҡоштары.
Башҡортостан ҡоштары, уларҙың көн итеүҙәре, һәр ҡош төрөнөң үҙенсәлекле яҡтары менән таныштырыу. Яҙыусы, шағирҙарҙың ҡоштар
тураһында яҙған әҫәрҙәрен уҡыу. Улар ярҙамында уҡыусыларҙың һүҙлек байлығын арттырыу, телмәр үҫтереү. Башҡортостанда ҡышлаусы
һәм осоусы ҡоштарға ҡарата һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.
Грамматика:
Исемдең 1-се зат ялғауҙары.
Бер составлы һөйләмдәр.
Сифат дәрәжәләре.
Һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр:
Ҡоштар, ҡанат, ҡарлуғас, һандуғас, сәпсек, аҡ сәпсек, сәүкә, һайыҫҡан, һуйыр, ҡор, сел, ҡоҙғон. кәкүк, тумыртҡа, сыйырсыҡ, турғай, ҡарға,
торна, бүҙәнә, бөркөт, ҡарсыға, төйлөгән, ҡарабаш турғай, һабантурғай, күгәрсен, файҙалы, ҡорт, зарарлы.

Башҡорт йолалары, ғөреф - ғәҙәттәре, әҙәп ҡәғиҙәләре.
Башҡорт халҡының һаҡланып, быуындан-быуынға тапшырылып килгән йолалары, ғөреф-ғәҙәттәре, әҙәп-ҡағиҙәләре менән таныштырыу,
улар тураһында һөйләргә өйрәтеү. Һәр йоланың үҙенсәлекле яҡтарын билдәләү, башҡорт халыҡ йолаларын башҡа халыҡ йолаларынан
айырмалы яҡтарын билдәләй белеү. Күренекле шәхестәрҙең фәһемле һүҙҙәре, яҙыусы, шағирҙарҙың әҫәрҙәре менән танышыу.
Грамматика:
Бер һәм ике составлы һөйләмдәр.
Алмаштың килеш менән үҙгәреүе.
Ҡылымдың заман формалары.
Алмаш төркөмсәләре.
Һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр:
Йола, ғөрөф-ғәҙәт, әҙәп ҡағиҙәләре
ғаилә, тәрбиә, донъяға ҡараш, тыйыуҙар, тәртип, ғәҙәт, аралашыу, ҡунаҡсыллыҡ, бойороҡ, йомарт, сабырлыҡ, ололау, тыйнаҡ, намыҫлы,
ышаныслы, һаҡлау, әссәләмәғәләйкүм, хәйерле көн (иртә, кис) , оҙон ғүмерле булһын! Ҡотло булһын! Еңел аяғың менән! Ҡул - аяғың еңел
булһын! Һабантуй, ҡарға бутҡаһы, кәкүк сәйе, өмә. Ҡаҙ өмәһе. Һаумыһығыҙ,ауылдаштар! Аулаҡ өй, кис ултырыу.
Башҡортостанда ҡыш.
Башҡортостанда ҡыш, уның билдәләре, балаларҙың ҡышҡы уйындары һәм байрамдары тураһында уҡыу. Тәбиғәтте күҙәтеү, ҡыш йәнлектәр
һәм ҡоштар тормошо тураһында уҡыу, һөйләү, танышыу. Был турала уҡыусыларҙы дөрөҫ, аныҡ, тулы итеп һөйләргә өйрәтеү маҡсатын
тормошҡа ашырыу өҫтөндә даими эш алып барыу.
Грамматика:
Һөйләмдең айырымланған эйәрсән киҫәктәре.
Алмаштың килеш менән үҙгәреүе.
Ҡылым формалары.
Ҡушма ҡылымдар.
Һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр:
Ынйы, ғәжәп, хайран ҡалыу, һуйыр, илгәҙәк, ҡоралай, юллатыу, шәм, бәҫ, тылсымлы, селтәрле, әңгәмә, тамаша, тантана, шыршы, саңғы,
көрт, һырғалаҡ өйөү, һунар, өң, эҙ, айыу, ҡышҡы йоҡо, мылтыҡ, һыуыҡ,буран, өйөрмә, ҡояш байый.
Диалог темалары:
Тауҙа уйнағанда.
Яңы йыл байрамы.
Ҡыш һауа торошо.
Ҡыш тураһында һынамыштар, мәҡәл, әйтемдәр, йомаҡтар.
Беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле байрам.
Ҡатын - ҡыҙҙар, һөйөклө әсәйҙәр тураһында һөйләшеү, уларға ҡарата хөрмәт, уларға иғтибарлы, ихтирамлы булыуҙы тәрбиәләү.

Грамматика:
Ҡылымдарҙың башланғыс формаһы.
Элек, хәҙер, тормош, илау, сәңгелдәк йыры, иртә, наҙлы, ҡайғы килтереү, яратҡан, ғәҙел, хыял, хыялланыу, лайыҡ, мохтаж, батырлыҡ,
серләшеү.
Һөнәрҙәр.
Грамматика:
Ҡушма ҡылымдар.
Һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр:
Һөнәр, кәсеп, теләк, һайлау, оҫта, ялҡау, егәрле, уңған, үҙ эшен ярата, эшһөйәр, ҡулы оҫта, алтын ҡуллы, етеҙ, бейеүсе, йырсы, сәхнә оҫтаһы,
быҙау ҡараусы, һауынсы, үлсәү, һыйыр һауыу, иртә, йылмайыу.
Башҡортостандың иҫтәлекле урындары.
Башҡортостандың күренекле урындары тураһында уҡыусыларҙы һөйләргә өйрәтеү. Уҡыусыларға ла Башҡортостан Республикаһындағы
данлыҡлы урындар тураһында материалдар йыйҙырыу, улар буйынса башҡорт телендә уҡыусылар менән уртаҡлаштырыу. Уҡыусыларҙа үҙ
республикаһына , тыуған төйәккә ҡарата ғорурлыҡ тойғоһо тыуҙырыу.
Грамматика:
Тура телмәрле һөйләмдәр.
Эш-хәрәкәт һәм эшмәкәрлек ҡылымдары.
Телмәр ҡылымдары. Өн оҡшатыу ҡылымдары.
Һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр:
Мәмерйә, иҫтәлек, иҫтәлекле урын, тарих, һүрәт, баҫҡыс, быуат, тәрәнлек, боҙ, мәңгелек, осор, ҡарауылсы, музей, солоҡсолоҡ, һунарсылыҡ,
кәшәнә, ғалимдар, мираҫ, тәбиғи ҡомартҡы, раҫлау, бейеклек, төрөү, баҫҡыс тутыҡҡан, өҫкө ҡат, донъя күләмендә.
Башҡорт музыка ҡоралдары.
Башҡорттарҙың рухи һәм материаль культураһында халыҡ музыка коралдарының әһәмиәтле урын алып тороуы менән таныштырыу. Ул
өлкәлә данлыҡлы кешеләрҙең тормош юлы һәм ижады менән танышыу. Улар тураһында уҡыусыларҙың дөрөҫ итеп һөйләүенә өлгәшеү.
Грамматика:
Бәйләүестәр. Ҡушма исемдең яһалышы.
Ҡылымдың киләсәк заманы.
Һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр:
Рухи донъя, музыка ҡоралдары, милли көй, башҡорт композиторҙары, боронғо ҡурай, ҡумыҙ, думбыра, ҡыл ҡумыҙ, һорнай, дөңгөр,
мәғлүмәт, элек, быуат, сәсән, юлдаш, ил батырҙары, дан, тыуған ер, батша, хөкүмәт, ижад, өйрәнеү, тырышыу, яратыу, йырларға яратыу, көй
сығарыу, композитор, үҙешмәкәр, йыр буйынса ярыш уҙғарыу, бер аҙ, талантлы, үткән йыл, Өфө сәнғәт институты, халыҡ артистары.
Бигерәк йәмле йәй көндәре.

Бәйләнешле телмәр үҫтереү буйынса төрлө эш төрҙәре үткәреү. Йәй миҙгеле, байрамдар, һуңғы ҡыңғырау шылтырауы, йәйге ял темаһы
буйынса әңгәмәләр үткәреү, текстар уҡыу.
Грамматика.
Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
Һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр.
Ҡыңғырау, оя, йорт, таныш исем, заман, ваҡыт, имтихан, бурыс, өлкән, юл, һанау, маҡсат, ашхана, таң, төндә, серҙәш, бөҙрә, яңғыҙ, бер үҙе,
бер кем дә, кеҫә, ҡулъяулыҡ, ялҡын, ял итеү, бейек, юғары, бөйөк, тәлгәш, тапшырыу, намыҫ, васыят, хәтерҙә, иҫтә, өмөт, ышаныс, ғорур.
11 класс
Йөкмәткеһе
Тыуған илем – Башҡортостан
Башҡортостан, Башҡортостан Республикаһының Рәсәй кимәлендә тотҡан урыны, уның байлығы, күренекле шәхестәре, халҡы,
батырҙары, сәнғәте хаҡында текстар уҡыу, әңгәмәләр, осрашыуҙар, экскурсиялар ойоштороү. 11-се класс уҡыусылары уҡығандары
дөрөҫ, шыма итеп һөйләй белергә, әңгәмәлә еңел ҡатнаша, аралаша алырға тейеш. Диалогик, монологик телмәр менән эш итә белеүгә
өлгәшергә кәрәк.
Грамматика:
10-сы класта үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
Башҡортостан сәнғәте
Башҡортостан Республикаһында сәнғәт үҫеше. Сәнғәт әһелдәре менән танышыү, улар хаҡында яҙылған текстар менән танышыү.
Грамматика буйынса үҙләштерелгән материалды ғәмәлдә дөрөҫ ҡулланыуға өлгәшеү. Был тема буйынса уҡытыусынан һәм
уҡыусыларҙан да ижади эш талап ителә.
Грамматика:
Бер составлы һөйләм төрҙәре.
Кемдәр улар сәсәндәр?
Сәсәндәрҙең йәмғиәт тормошонда тотҡан урындары, уларҙың халыҡ шағирҙары, педагогы, тарихсыһы, ил-йорт аҡһаҡалы булыуы
тураһында таныштырыу. Сәсәнлек сәнғәте. Исемдәре билдәле һәм әҫәрҙәре хәҙергәсә һаҡланған сәсәндәр (Ҡобағош сәсән, Ҡарас сәсән,
Ерәнсә сәсән, Буранбай – Йәркәй сәсән). Сәсәндәр ижадында фольклор һәм әҙәбиәт традициялары сағылышы.
Грамматика:
Эйәртеүле ҡушма һөйләмдәр.
Баш һөйләм һәм эйәрсән һөйләм. Эйәрсән һөйләм төрҙәре.
Башҡорт ырыуҙары,шәжәрәләре

Башҡорт халҡының ырыуҙары менән танышыу. Башҡорт шәжәрәләренең яҙма ҡомартҡы булараҡ матур әҙәбиәткә мөнәсәбәте.
Уҡыусыларҙың үҙ ырыу шәжәрәһен төҙөтөү, улар тураһында һөйләй белеү.
Грамматика:
Ҡушма һөйләмдәр (ҡабатлау).
Башҡорт халыҡ шағирҙары, яҙыусылары
Башҡорт халыҡ шағир-яҙыусылары тураһында белешмә. Уларҙың тормош һәм ижад юлы менән таныштырыу. Уҡыусылар һәр шағир,
яҙыусы хаҡында һөйләй белергә һәм уларҙың әҫәрҙәрен танып атай белергә тейеш. Бер телдән икенсе телгә тәржемә итеү; текст өҫтөндә
эшләүгә иғтибар арттырыу.
Грамматика:
Эйәрсән һөйләм төрҙәре.

№
п/п

Раздел/ тема

4. Башҡорт теле дәресенән календарь – тематик план.
Уҡытыуға
Иҫкәртмә
бүленгән сәғәттәр
10-сы класс

1

Белем көнө.

4

2

Башҡортостан ҡоштары.

3

3

1

4

Башҡорт йолалары,ғөрөфғәҙәттәре
Әҙәп ҡағиҙәләре

5

Башҡортостанда ҡыш

1

6

Беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле байрам

5

7

Башҡортостан ҡурсаулығы

4

8

Башҡорт музыка ҡоралдары

2

9

Йәй

1

4

11-се класс
1

Тыуған илем- Башҡортостан

6

2

Башҡортостан сәнғәте

4

3

Кемдәр улар сәсәндәр?

3

4

Башҡорт ырыуҙары

10

5

Башҡортостан халыҡ шағирҙары

10

Календарь-тематик план
10-сы синыф
№

Темалар

Дата
План буйынса Факт.
6.09

1
2

Мәктәп юлы.. С.Әлибаев
Мәктәп юлы. Морфология буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
Һ.Дәүләтшина. Ырғыҙ.Килештәрҙе иҫкә төшөрөү.

3

З.Биишева Беренсе сентябрь. Е.Кучеров. Көҙ етте.

20.09

4

Р.Сафин Ерем моңо

27.09

5
6
7
8

Башҡортостан ҡоштары.З.Биишева Һандуғасты һағынып.Сифат дәрәжәләре.
Башҡорт йолалары,ғөрөф-ғәҙәттәре.Алмаш
Контроль диктант. Көҙ нағыштары.
Хаталар өҫиөндә эш. С.Агиш. ҡунаҡ ашы.

4.10
11.10
18.10
25.10

9

Ғ.Ибраһимов Ҡунаҡ ҡаршылау.Ҡылым.

8.11

10

Р.Ғарипов Тәүге ҡар.Өҫтәлмәлектәрҙең айырымланыуы.

15.11

11

Х.Тапаҡов. Эҙҙәр.Һөйләмдең айырымланған эйәрсән киҫәктәре тураһында төшөнсә

22.11

13.09

12

Бәйләнешле телмәр үҫтереү . Инша

29.11

13

«Әсәләр тураһында әҫәрҙәр.Аныҡлаусылырҙың айырымланыуы

6.12

14

З.Биишева Бәхет сығанағы.Н.Иҙелбаев Әсәкәйем

13.12

15

Контроль диктант. Башҡортостан ҡоштары.

20.12

16

Хаталар өҫтөндә эш. Игенсе. Айырымланған хәл.

27.12

17

Б.Вәлид. Күк Ирәндек буйында. Ҡушма ҡылым

17.01

18

Башҡортостандағы иң ҙур мәмерйә Тура телмәрле һөйләмдәр.

24.01

19-20

Башҡортостан ҡурсаулығы. Эш-хәрәкәт һәм эшмәкәрлек ҡылымдары.

31.01
7.02

21

Рәми Ғарипов «Карауанһарай»

14.02

22-23

Башҡорт музыка ҡоралдар. Ш.Бабич Ҡурайҡайға

24

Ә.Хәкимов «Думбыра сыңы»Ҡушма һүҙҙәр.

21.02
28.02
7.03

25-26- Бәйләнешле телмәр үҫтереү изложение. «Ер».

14.03
21.03

27

28

Хаталар өҫтөндә эшләү. Синыфтан тыш уҡыу

Т.Бикҡужина Умырзая-яҙ сәскәһе

4.04

11.04

29
30

Г.Яҡупова Июль
Бәйләнешле телмәр үҫтереү. Изложение «Байрам ашы ҡара ҡаршы».

18.04
25.04

31

Хаталар өҫтөндә эшләү

2.05

32

Р.Назаров шиғырҙары.

9.05

33

Контроль диктант. «Балыҡта».

16.05

34

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Кластан тыш уҡыу. Йомғаҡлау дәресе

23.05

Календарь-тематик план
11-сы синыф

№

Темалар

Дата
план-ған

1

М.Кәрим. «Ҡайын япрағы тураһында». 10 класта үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

6.09

2

Башҡорттар. Һөйләмдә тиң киҫәктәр.
Башҡортостанда көҙ. Ике составлы һөйләмдәр.

13.09

3

Тыуған илем – Башҡортостан. Уртаҡлыҡһәм яңғыҙлыҡ исемдәр.
Р.Йәнбәк. «Мәңге балҡы, Башҡортостан!» Синтаксис. Пунктуация.

20.09

4

Тыуған еребеҙ – Башҡортостан! Һүҙлек диктанты.
Республикам минең.Бер составлы һөйләмдәр.
Инша. Тыуған илем – Башҡортостан.
Башҡорт бейеүе. Йыйнаҡһәм тарҡау һөйләмдәр.Тулы һәм кәм һөйләмдәр.
Контроль диктант №1 «Өс быуатлыҡ тарих».
Хаталар өҫтөндә эш. Ҡ. Аралбаев. «Дуҫлыҡһәйкәле».Н.Мусин. «Ижадҡа арналған ғүмер
Башҡортостан сәнғәте. Үҙенсәлекле өндәр.
Р. Шәкүр «Йыр».Бер составлы һөйләмдәр.
Кемдәр улар сәсәндәр? 3 сәғәт

27.09

5
6
7
8
9
10

4.10
11.10
18.10
25.10
8.11
15.11

үтк-гән

11
12
13
14
15

Б. Вәлид. «Сәсәндәр». Һөйләмдең баш киҫәктәре.
Сәсәндәр. Ғ.Ибраһимов. Сәсәндәр бәйгеһе. Иртәк.
Ижади диктант.
Башҡорт ырыуҙары. Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше.
Башҡорт шәжәрәләре. Һүҙлек менән эш. Контроль диктант №2 «Башҡорт егете Шакирйән».

22.11
29.11
6.12
13.12
20.12

16

Хаталар өҫтөндә эш. Д.Мәһәҙиев. «Үҫәргәндәр бүләге». Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше.
Ә.Таһирова. « Ерҙе һаҡлайыҡ. Үтелгәндәрҙе нығытыу.

27.12

17

Башҡорт шәжәрәләре. Һүҙлек менән эш

17.01

18

М.Ғафуриҙың тормош һәм ижад юлы. Тура телмәр.
М.Ғафури. « Бир ҡулыңды». Һандар.
Р. Ниғмәтиҙең тормош һәм ижад юлы. Р.Ниғмәти. «Йәйге ямғыр». Һүҙбәйләнеш.Ҡушма һөйләм.
Н.Нәжмиҙең тормош һәм ижад юлы. Ситләтелгән телмәр.
Н.Нәжми. «Һинең ниндәй улыңмын мин». Һүҙлек диктанты.

24.01

21

Р. Бикбаевтың тормош һәм ижад юлы. Синтаксик анализ.
Р.Бикбаев. «Яңғыҙлыҡ». Диалог.

14.02

22

Ә. Атнабаевтың тормош һәм ижад юлы.
Ә.Атнабаев. «Әсәйемә». Диалект һүҙҙәр.
М. Кәримдең тормош һәм ижад юлы.
М.Кәрим. «Оҙон-оҙаҡбаласаҡ». Һөйләмдәһүҙҙәртәртибе.

21.02

Зәйнәб Биишеваның тормош һәм ижад юлы. «Дуҫтарға».«Уйҙар…» Алфавит.
Ижади диктант.
Р.Ғариповтың тормош һәм ижад юлы.
Р.Ғарипов «Һүҙем бар». Фонетик анализ.

7.03
14.03
21.03

19
20

23

24
25
26

31.01
07.02

28.02

27
28
29
30
31
32
33

М. Кәримовтың тормош һәм ижад юлы. М.Кәримов «Фасылдар». Һүҙлек менән эш.
Т. Йосоповтың тормош һәм ижад юлы. «Икмәк еҫе»
Контроль диктант №3 «Заһир Исмәғилев»
Ә.Хәкимовтың тормош һәм ижад юлы.
Ә.Хәкимов «Думбыра сыңы». Һүҙлек менән эш.
Н. Мусиндың тормош һәм ижад юлы. «Ҡурай» Синонимдар.
Йыллыҡ контроль диктант №4« Нефрит – күк ташы»
Йомғаҡлау дәресе.

04.04
11.04
18.04
25.04
02.05
16.05
23.05


Наверх

ДОМ - ШКОЛА - ДОМ

На сайте используются файлы cookie. Продолжая использование сайта, вы соглашаетесь на обработку своих персональных данных. Подробности об обработке ваших данных — в политике конфиденциальности.

Функционал «Мастер заполнения» недоступен с мобильных устройств.
Пожалуйста, воспользуйтесь персональным компьютером для редактирования информации в «Мастере заполнения».