Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант тәүге тапҡыр онлайн уҙғарыла

21.04.2020

25 апрелдә «Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант— 2020» акцияһы уҙғарыла. Ул тәүгә онлайн-форматта ойошторола.

Акцияла ҡатнашыу өсөн алдан акцияның сайтында теркәлергә кәрәк.

25 апрелдә иртәнге сәғәт 11-ҙә (Өфө ваҡыты буйынса) Башҡортостан юлдаш телеканалында, «Бәйләнештә», Instagram социаль селтәрҙәрендә, YouTube видеохостингында тура трансляция башлана:

— сәғәт 11-ҙән 12-се 25 минутҡа тиклем – башҡорт телен яңы өйрәнә башлаған ҡатнашыусылар өсөн;

— 12-се 30 минуттан 12 тула 5 минутҡа тиклем — башҡорт телендә иркен аралашҡан ҡатнашыусылар өсөн;

— сәғәт 12-нән 1-се 20 минутҡа ҡәҙәр – башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙған ҡатнашыусылар өсөн.

Акцияла ҡатнашыусы һәр кемдең диктантты өйҙә үҙ аллы яҙыу мөмкинлеге бар. Тамамланғас, диктант яҙған ҡағыҙҙы фотоға төшөрөп, акцияның сайтында шәхси кабинет аша ебәрергә кәрәк.

Бындай мөмкинлек юҡ икән, эштәрҙе 2020 йылдың 26 апреленә төнгө 12 тула 1 минутҡа тиклем bashkdiktant2020@mail.ru электрон почтаһына йәки Whatsapp мессенджерының +7 (927) 950-02 -66 һандарына ебәрергә мөмкин. Диктантты онлайн режимында яҙыу мөмкинлеге булмаған осраҡта, тура эфирҙың видеоһын рәсми сайтта 2020 йылдың 26 апреленә төнгө 12 тула 1 минутҡа тиклем (Өфө ваҡыты) ҡарарға була.Хочу такой сайт

Бөтә ҡатнашыусыларға сайтта шәхси кабинеттарҙа йәки электрон почта аша диктантта ҡатнашыу тураһында электрон сертификаттар ебәрелә. Акцияның рәсми йомғаҡтары 30 көн эсендә акцияның сайтына ҡуйыла.

Ойоштороусылар – Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.

http://www.bashinform.ru/bash/1437886/   или 

http://www.bashinform.ru/news/1437802-mezhdunarodnyy-diktant-po-bashkirskomu-yazyku-vpervye-proydet-onlayn/




Просмотров всего: , сегодня:

Рейтинг: . Оценили: .

Дата создания: 22.04.2020

Дата обновления: 22.04.2020

Дата публикации: 21.04.2020

Наверх
На сайте используются файлы cookie. Продолжая использование сайта, вы соглашаетесь на обработку своих персональных данных. Подробности об обработке ваших данных — в политике конфиденциальности.

Функционал «Мастер заполнения» недоступен с мобильных устройств.
Пожалуйста, воспользуйтесь персональным компьютером для редактирования информации в «Мастере заполнения».